Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 08:00

Башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад иткән

Бөгөн РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, драматург Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тула.

Башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад иткән
Башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад иткән

Илшат Хәлил улы 1932 йылдың 26 февралендә Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған. 1952 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетын тамамлай, аҙаҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актёр булып 1988 йылғаса эшләй.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлай. 1971 йылдан 1975 йылғаса Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында эшләп ала.

1962 йылдан 1966 йылғаса Өфө сәнғәт училищеһында художество етәксеһе була, 1982 йылдан 1990 йылғаса Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1990 йылда Стәрлетамаҡ театр берлегендә эшләй. 2007 йылда вафат була.

Актёр башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад итә, шулай уҡ кино сәнғәтендә лә бик уңышлы эшләй, теле-радиоспектаклдәрҙә тиҫтәләрсә роль уйнай.

Илшат Йомағолов – тиҫтәләгән пьеса («Тылсымлы моң», «Нәркәс», "Сәсәндәр" һ.б.) авторы. Уның «Нәркәс» трагедияһы 1974 йылда СССР халыҡтарының драматургия фестиваленең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ була.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: