Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 15:00

Ҡайһы төймә оҡшай?

Үҙең хаҡында белгең киләме? Ошо төймәләрҙең береһен һайла ла яуабын сайттан уҡы.

Ҡайһы төймә оҡшай?
Ҡайһы төймә оҡшай?

Ҡыҙыл төймә. Әгәр һин ҡыҙыл төймәне һайлағанһың икән, тимәк, һине тормошта иҫ киткес хис-тойғолар көтә. Карьера өлкәһендә лә, шәхси тормошта ла уңыш вәғәҙә ителә.

Йәшел төймә. Азатлыҡ һәм тыныслыҡты кәүҙәләндерә. Һин тыныслыҡ һәм уңайлыҡ яратаһың.

Һары төймә. Һин тормоштоң ыңғай яғын ғына күрәһең һәм ыңғай фекер йөрөтәһең . Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, үҙ-үҙеңә бик ышанаһың.

Ҡыҙғылт һары төймә. Һәр көнөңдө планлаштырырға яратаһың. Тормошоң мажаралар менән тулы буласаҡ.

Алһыу төймә. Тормошоң тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тик финанс өлкәһе генә бер аҙ борсоуға һала. Һин быны үҙгәртер өсөн, күп көс һалырға әҙерһең. Тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

Зәңгәр күк (фиолетовый). Һинең турала нимә уйлауҙары борсомай. Йыш ҡына күп нәмәгә битарафһың.

Зәңгәр төймә. Һин күп нәмәгә түҙәһең. Үҙеңде ҡыйыуыраҡ тот.

Һоро төймә. Бер төрлө йәшәйһең. Бәлки, сағыу хистәрҙән арығанһыңдыр ҙа. Шулай ҙа  тормошоңдо тәртипкә килтерергә кәрәк.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: