Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 18:00

Ғариза һәм видеояҙмалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә

«Урал балалары тауышы» республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, дөйөм белем биреү усаҡтары уҡыусылары, урта педагогия белем биреү йорттары студенттары һәм мәҙәниәт министрлығының урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары ҡатнашырға саҡырыла.

Ғариза һәм видеояҙмалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә
Ғариза һәм видеояҙмалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә

Беренсе этап онлайн рәүештә үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙан ғариза һәм халҡыбыҙҙың эпик әҫәрен башҡарған видеояҙма 16 мартҡа тиклем ошо электрон адрес буйынса [email protected] ҡабул ителә.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov  алырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: