«Был ауыр осор булды – СССР-ҙың үҙгәртеп ҡороу һәм тарҡалыу осоро. Яңы сәйәси хәл һәм нулдән башлап тиерлек совет хужалығы өсөн бөтөнләй ғәҙәти булмаған коммуникация эшен төҙөү кәрәклеге Марат Мирғәзәмовтың иңенә ауыр йөк булып ятты. Ул саҡта хәл бөтөнләй үҙгәрҙе: әгәр ҙә элек премьерға хәлде баһаларға һәм дөрөҫ идара итеү ҡарарын ҡабул итергә генә кәрәк булһа, хәҙер яңы бурыстар килеп тыуҙы. Нимә эшләргә кәрәклеген үҙебеҙгә генә түгел, йәмәғәтселекте лә тап һинең ҡарарың – иң дөрөҫлөгөнә инандырырға кәрәк ине. Марат Парис улы был бурысты үтәне. Ул һөйләшә һәм ышандыра белә ине.
Дөйөм алғанда, йәнле һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү килеп сыҡты. Марат Парис улына сәләмәтлек, яҡындары эргәһендә йылы көндәр күберәк булыуын һәм көс-дәрт теләнем», – тине Андрей Назаров.
Фото: Т. АМАНОВ.