Өфө йырсыһы Гөлназ Асаеваға администраторының уйламай ҡыланыуҙары арҡаһында янауҙар яуған. Был хаҡта артист социаль селтәрҙә хәбәр итте.
«Минең менән ҡот осҡос хәл булды. Дүртенсе йыл эшләгән администраторым башыма һыймаған хәлде эшләне. Мин бер ҡасан да сәйәсәткә ҡыҫылманым! Мин башҡа бер ваҡытта ла бер кемгә лә ышанмаясаҡмын. Ни өсөн тап минең менән шулай була?» - тип яҙған Гөлназ.
Йырсы Инстаграм сәхифәһендә хаттарҙың скриншоттарын баҫып сығарҙы һәм администраторының Украина берләшмәһенә кире комментарий яҙыуын аңлатты. Ул Гөлназ Асаеваның аккаунтынан сығырға онотҡан һәм хәбәр йырсы исеменән киткән. Социаль селтәр менән ҡулланыусылар, хәлде аңлап бөтмәйенсә, билдәле Өфө ҡыҙына үлемесле янау менән яҙмалар оҙата башлаған.
Фото: Т. Аманов