Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 20:39

Йыл аҙағына тиклем Торатауға баҫҡыс төҙөлөп бөтәсәк

Радий Хәбиров Ирландиянан һәм Испаниянан килгән ЮНЕСКО белгестәре менән осрашты. 

Йыл аҙағына тиклем Торатауға баҫҡыс төҙөлөп бөтәсәк
Йыл аҙағына тиклем Торатауға баҫҡыс төҙөлөп бөтәсәк

2018 йылда Башҡортостан Башлығының указы менән «Торатау» геопаркы булдырылды. Былтыр ул ЮНЕСКО глобаль селтәренә дәғүә итеүсе биләмәләр исемлегенә инде. Үткән аҙнала геопаркҡа Ирландиянан һәм Испаниянан белгестәр килгәйне. Бөгөн улар республика етәксеһе менән осрашты. 

Радий Хәбиров тәбиғи мираҫты һаҡлау мөһимлеге хаҡында һөйләне. Ҡунаҡтарҙы илдә тәүгеләрҙән ЮНЕСКО иҫәбенә ингән «Янғантау» айырым һаҡланған тәбиғәт геопаркына саҡырҙы. 

«Беҙ сәйәхәтселәр, шулай уҡ ғилми тикшеренеүҙәр өсөн үҙәк төҙөргә теләйбеҙ. Быйыл йыл аҙағына тиклем Торатауҙың үренә илткән баҫҡысты төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ. Төҙөлөш эштәре шихандың флораһына һәм фаунаһына зыян килтермәҫлек итеп ойошторола. Республикабыҙҙың төп байлығы – башҡорт шихандарын, Торатауҙы, Ҡуштауҙы һәм Йөрәктауҙы киләһе быуындарға һаҡлап ҡалыу мөһим. Беҙҙә ваҡытты матур уҙғарырһығыҙ, сәфәрегеҙ һөҙөмтәле булыр тип ышанам. Кәңәштәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.

Ирландия белгесе Джон Галлоуэй шулай уҡ рәхмәт әйтте, Башҡортостанда тәбиғәт рухын тойоуын белдерҙе.

«Геопарктарҙың төп бурысы - тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау. Геопарк - иң тәүҙә ул геология түгел, ә ошо биләмәлә йәшәгән кешеләр. Шуның өсөн туристарҙы йәлеп итеү ҙә, урындағы халыҡты яҡшы йәшәү шарттары менән тәьмин итеү ҙә мөһим».

Испанияның ЮНЕСКО ғалимы Хосе Мария Баррера хеҙмәттәшенең фекерен хупланы.

«Һеҙҙә тәбиғәт ҡомартҡыларына етди иғтибар бүленә. Бөгөн беҙ «Торатау» геопаркының коллективы менән аралаштыҡ. Улар беҙгә сәфәребеҙҙе уңышлы атҡарырға ярҙам итте. Бөгөн ЮНЕСКО геопаркы статусын һәр ҡайҙа ла алырға теләйҙәр, шуға һеҙгә еңеү теләйем, - тине белгес.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: