Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 12:15

«Унда ҡалыу мөмкин түгел ине. Көндөҙ ҙә, төндә лә гөрһөлдәй»

Оксана һәм Андрей Евдокимовтар 2014 йылда хәрби хәрәкәттәр ваҡытында Өфөгә күсеп килгән. Улар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. – Әле көн һайын ағайым менән ҡатынын уйлап борсолам. Ваҡиғаларҙы күҙәтеп барабыҙ. Украина халҡының ошо ғазаптары тиҙерәк тамамланыуын теләйем,  – ти Андрей Евдокимов. Оксана әйтеүенсә, әсәһе менән ҡәйнәһе ике туған ағалары менән килеп еткәнсе ул дүрт тәүлектән ашыу йоҡлай алмаған. Туғандары Башҡортостанға килешләй уның менән бәйләнешкә сыға алмағанда, ҡатын үҙенә урын таба алмаған.  

«Унда ҡалыу мөмкин түгел ине. Көндөҙ ҙә, төндә лә гөрһөлдәй»
«Унда ҡалыу мөмкин түгел ине. Көндөҙ ҙә, төндә лә гөрһөлдәй»

Хәҙер инде Евдокимовтарҙың ҙур ғаиләһе Донбаста ҡалған туғандарынан яҡшы яңылыҡтар көтә. Улар вайымһыҙ булмаған кешеләргә үҙҙәренә аҙыҡ-түлек, урын кәрәк-яраҡтары, башҡа төрлө әйберҙәр өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Татьяна Коровкина әйтеүенсә, уға ейәндәрен алып, ашығыс рәүештә тыуған йортон ташлап китергә тура килгән. «Кейәүем – хәрби кеше, ҡыҙым –  шәфҡәт туташы. Уларға Ватанын ҡалдырып китергә ярамай. Балаларҙы алып, Башҡортостанға ҡыҙыма ҡайтырға тип ҡарар иттек. Ҡоҙағый һәм балалар менән автобуста Ростовҡа юлландыҡ. Унан самолетта Өфөгә лә килеп еттек, – тип күҙ йәштәре менән уртаҡлаша Татьяна Коровкина.  –  Унда ҡалыу мөмкин түгел ине. Көндөҙ ҙә, төндә лә гөрһөлдәй. Тәүлек әйләнәһенә бомбаға тоталар. Ейәнсәрҙәрем  йоҡларға ҡурҡа ине. Беҙгә бер туҡтауһыҙ ҡурҡыныс булды. Хәҙер күңелемә ауыр – ҡыҙым менән ире шунда ҡалды».

12 йәшлек Роман Веревкин ата-әсәһе өсөн бик  борсола. Мин бик һағынам һәм тиҙерәк уларҙы күрергә теләйем, ти. Уның апаһы Диана төнөн шартлауҙан уларға нисек ҡурҡыныс булғанын һөйләй. Ҡыҙ видеобәйләнеш аша әсәһе менән бәйләнеш тота.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: