Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 13:55

Радий Хәбиров соцселтәрҙәрҙә нимә менән ғорурланғаны тураһында әйтеп үтте

"Башҡортостан – һөт кухнялары селтәре йәйелдерелгән аҙ һанлы төбәктәрҙең берәүһе булып тора. Беҙ уны булдырыу башында һөт кухняһы Өфөлә генә булып, өс мең кешегә эшләй ине. Был яҡшы тәжрибәне артабан бар республикаға күсерҙек һәм 26 мең кешене - балаларҙы, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы һөт ризыктары менән тәьмин итәбеҙ. Күп балалы, ауыр тормош хәленә ҡалған, опекалы ғаиләләргә бушлай бирелә", - тигән төбәк етәксеһе.  

Радий Хәбиров соцселтәрҙәрҙә нимә менән ғорурланғаны тураһында әйтеп үтте
Радий Хәбиров соцселтәрҙәрҙә нимә менән ғорурланғаны тураһында әйтеп үтте

 

Һөт кухнялары буйынса тейешле инфраструктура булдырылған. Һигеҙ производство цехы, 150-нән ашыу таратыу үҙәге бар. Сеймалға һәм етештереүгә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Һөҙөмтәлә тәмле һәм файҙалы һөт ашамлыҡтары халыҡ араһында популярлыҡ яулай, миҙал-Маҡтау ҡағыҙҙары кеүек наградалар ҙа сифат тураһында һөйләй.

Аҙаҡтан Радий Хәбиров Башҡортостанда һөт кухняларын үҫтереү буйынса артабанғы ҙур пландар бар, уларҙы әлегә әйтеп тормайым тип белдерҙе. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: