Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 21:38

Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...

Бөгөн иртән Туймазы районының Собханғол ауылы эргәһендә "Nissan Qashqai", "Ford Fiesta" һәм "ZAZ Chance" машиналары бәрелешкән. Бәрелеүҙән "ZAZ Chance" машинаһы янып киткән. Уның водителе, шулай уҡ "Ford Fiesta" машинаһынан ике кеше дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, янғын һүндереү часы, ЮХХДИ, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәре эшләгән.

Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...
Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...

Бөгөн төндә Туймазы районының Һайран ауылы янында машина ҡарға батып, дүрт кеше туңа яҙған. Уларға Туймазынан ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән.

Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында йәшәгән 1943 йылғы әбей өйөндә бикле ҡалған - ҡыйыҡтан ҡар ишелеп төшөп, ишеген ҡаплаған. Ҡотҡарыусылар ҡарҙы көрәп, ишекте асырға ярҙам иткән.

Благовещен районында ҡотҡарыусылар бәләгә тарыған биш балыҡсыны ҡотҡарып, өсөһөн дауаханаға оҙатҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...
Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...
Ҡотҡарыусылар өсөн эш етерлек...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: