Ҡатын каталогтан туфли, күлдәк һәм сумка һайлап, бүләктәрҙе көтә башлай. Бер аҙҙан электрон почтаһына посылка өсөн сит ил валютаһында аҡса түләргә кәрәклеге тураһында хат килә. Бүләктең түләүле булыуы ла, 91 мең һум аҡсаны урындағы банк картаһына, Рәсәй кешеһенә күсереү ҙә ҡатынды айындырмаған.
Бер тәүлектән һуң ҡатынға яңы түләү хаҡында хәбәр килә - был юлы ун тапҡырға күберәк сумманы күсереү талап ителә. Ҡатын кумирына, ундай аҡсам юҡ, тип яҙғас, ир, кредит алып, аҡсаны миңә күсер, тип кәңәш итә. Шунда ғына ҡатын муттарҙан алданыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.