Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 11:05

Ишембай балсыларына дәүләттән ниндәй ярҙам алып булыуы тураһында төшөндөрҙөләр

Семинар мәлендә бал етештереү буйынса үҙ бизнесыңды үҫтереүгә 350 мең һумдан 8 млн һумға тиклем дәүләт субсидияларын нисек алыу буйынса һөйләнеләр. Был сараны уҙғарыу тураһында Маҡар ауылына килгәндә урындағы балсыларҙың француз инвесторы Патрик Хоффмандың инвестпроектына килеп тыуған һорауҙарын хәл итеүҙә ҡатнашҡанда вице-премьер А.Бадранов хәбәр иткәйне.

Ишембай балсыларына дәүләттән ниндәй ярҙам алып булыуы тураһында төшөндөрҙөләр
Ишембай балсыларына дәүләттән ниндәй ярҙам алып булыуы тураһында төшөндөрҙөләр

Сарала БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры урынбаҫары Әлфиә Гәрәйшина һәм Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге кәңәшсеһе Рөстәм Ырыҫбаев ҡатнашты. 

Бал етештереүселәр "Агростартап", "Ғаилә фермаһы" программалары аша һәм кооперативтар төҙөп, дәүләт яғынан ярҙамға өмөт итә ала. Әлфиә Мәүлит ҡыҙы белдереүенсә, кесе йәки урта эшҡыуар субъекты булып теркәлеү ҙә өҫтөнлөк бирә. Был осраҡта продукцияны һатыу, сертификат юллау еңелерәккә тура килә.

- Беҙҙең институт БР Ауыр хужалығы министрлығының вәкиле булып тора, - тине Рөстәм Рыҫбаев. - Беҙ ҡортсолок проблемалары менән булышҡан БДАУ һәм башҡа ғилми ведомстволар хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үҙ сиратта, урындағы халыҡҡа мәғлүмәт-консультация яғынан да ярҙам итәсәкбеҙ.

Башҡорт баш ҡортон һаҡлауға килгәндә, әле уның буйынса аныҡ план әҙерләнә.

- Килеп тыуған хәл быны тиҙләтергә бойора. Маҡар ауыл биләмәһендә йәшәүселәр сит ил инвесторҙары килеү менән урындағы бал ҡоротона бәйле хәлде насарайтасаҡ тип белдерә. Республика властары был һорауҙы сисер өсөн эш төркөмө булдырған, ул компромисс юлдарҙы эҙләй. Үҙебеҙҙең яҡтан башҡорт бал ҡорто ғына үрсейәсәк биләмәләрҙе ойоштороуҙы өҫтөбөҙгә алырға әҙербеҙ. Бының кеүек зоналар Иглин һәм Яңауыл райондарында бар, - тине Рыҫбаев.    

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестпроектты булдырыу йәһәтенән килеп тыған һорауҙарҙы хәл итеү буйынса урындағы халыҡ һәм властар Ишембай районы баш ҡортсоларының ойошмаһын булдырырға хәл итте. Ул диалог формаһында эшләйәсәк. махсус эш төркөмө лә проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: