Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеп үтә:
- электр сымын һәм электр ҡорамалдарын төҙөк хәлдә тоторға кәрәк;
- монтажлауҙы һәм ремонтлауҙы электромонтер ярҙамы менән генә башҡарырға;
- электр селтәрҙәрен ҡыҫҡа ялғаныштан һәм артыҡ көсөргәнештән һаҡлау өсөн заводта етештерелгән һаҡлағыс ҡына ҡулланығыҙ;
- электр приборҙарын электр селтәренә заводта сығарылған розетка ярҙамында ғына тоташтырығыҙ;
- йылытыу приборҙарын келәмдәргә, пәрҙәләргә, янып китеүсән башҡа материалдарға яҡын ҡуймағыҙ;
- ҡулдан яһалған электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ;
- өҫ кейемдәрен һәм янып китеүсән башҡа материалдарҙы электр йылытыу приборҙары өҫтөндә киптермәгеҙ;
- электр селтәренә тоташтырылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- өҙөлгән һәм иҫке изоляциялы электр сымдарын файҙаланыу тыйыла;
- эшләп торған электр һәм йылытыу приборҙарын балаларға ҡарарға ҡалдырмағыҙ;
- мейестәрҙе һәм мөрйәләрен ентекләп тикшерегеҙ, ҡоромдан таҙартығыҙ һәм ваҡытында ремонтлағыҙ;
- кескәй балаларға үҙ аллы мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ;
- мейестең алдына иҙәнгә 50х70 см ҙурлығында тимер ҡалай түшәгеҙ;
- йыһаздарҙы, келәмдәрҙе мейескә яҡын урынлаштырмағыҙ;
- мейес яғыу өсөн тиҙ тоҡанып китеүсән шыйыҡсалар ҡулланмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.