Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 11:20

Бөгөн – спирт барлыҡҡа килгән көн

Спирт – бик мөһим һәм кәрәкле продукт. Ул бихисап эшмәкәрлек өлкәһендә – медицинала, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәттәрендә, косметологияла, яғыулыҡ сифатында ҡулланыла. Әммә бәғзеләр уны үҙҙәренә зарарлы “формала” ҡулланырға ярата...

Бөгөн – спирт барлыҡҡа килгән көн
Бөгөн – спирт барлыҡҡа килгән көн

Йыл һайын 25 февралдә спиртты асыу көнө билдәләнә. Уны медиктарҙың һәм химиктарҙың рәсми булмаған һөнәри байрамы тип тә әйтәләр. Составында этанол (этил спирты) булған майлы эсемлектәр беҙҙең эраға тиклем һигеҙ меңенсе йыллыҡта барлыҡҡа килгән. Уларҙы ныҡ бешеп, әсегән емештәрҙән әҙерләгәндәр.

Тәүгеләрҙән булып шараптан таҙа спиртты ғәрәптәр VI быуатта алған. Фарсы имсе-алхимигы Әр-Разиҙың яҙмалары ла ошоно раҫлай.

Европалылар был эштә тик XI-XII быуаттарҙа ғына уңышҡа өлгәшә, әсеү процесында спирт алырға өйрәнә. Рәсәйгә иһә спирт бүләк сифатында Генуя илселегенән 1386 йылда килә.

Ҡыҙыҡлы факттар

«Спирт» һүҙе Петр Беренсенең идара итеү осоронда тарала. Ул рус теленә «spiritus vini» – «шарап рухы» тигән латин һүҙбәйләнешенән тәржемә ителгән.

Аҙыҡ-түлек спирты етештереү өсөн картуф, иген, шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр сеймалы, топинамбур, виноград, емеш-еләк ҡулланыла.

Техник спирт нефть продукттарынан, ағастан, ауыл хужалығы культуралары ҡалдыҡтарынан алына.

Этил спирты 78 градус температурала ҡайнай.

Был продуктты артыҡ ҡулланыу ҡаты сиргә – алкоголизмға килтерә.

Бөгөн – спирт барлыҡҡа килгән көн
Бөгөн – спирт барлыҡҡа килгән көн
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: