Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2022, 08:50

Ҡайһы ҡан төркөмөн йөрөтөүселәр тиҙерәк ҡартая?

Ғалимдар үткәргән  тәжрибәлә төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашҡан.

Ҡайһы ҡан төркөмөн йөрөтөүселәр тиҙерәк ҡартая?
Ҡайһы ҡан төркөмөн йөрөтөүселәр тиҙерәк ҡартая?

Баҡһаң, ҡан төркөмө менән организмдың ҡартая башлау араһында бәйләнеш бар икән. Мәҫәлән,  3-сө ҡан төркөмөн йөрөтөүселәрҙең тән тиреһенең һәм организмдың ҡартайыу билдәләре башҡаларға ҡарағанда күпкә һуңыраҡ беленә башлай, тип белдерелә.

Белгестәр быны елек мейеһенең ҙур запасы менән аңлата. Ваҡыт уҙыу менән йомшаҡ туҡыманың бер өлөшө ҡан күҙәнәктәренә күсә һәм уларҙың сифатын яҡшырта, шул арҡала кеше өлкән йәштә лә үҙен йәш итеп тоя.

Мәғлүмәттәргә һығымта яһап, эксперттар ҡатнашыусыларҙың йәшәү рәүешен дә  иҫәпкә алған. Улар асыҡлауынса, 2-се ҡан төркөмөн алғандар күберәк насар ғәҙәтттәргә бирешә. Оҙон ғүмерлеләр йышыраҡ 1-се төркөм кешеләре араһында осрай. Шул уҡ ваҡытта уларҙың организмы ярайһы уҡ тиҙерәк ҡартая.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: