Ҡыйыҡтарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу өсөн биналарҙың хужалары һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар яуаплы. Ҡыйыҡтарҙы таҙартыу буйынса эштәр хәүефһеҙлек техникаһы талаптарына ярашлы ойошторолорға тейеш. Әгәр ҙә берәй бинаның ҡыйығында боҙбармаҡтар, ишелергә торған ҡар күреп ҡалһағыҙ, коммуналь хеҙмәттәргә хәбәр итегеҙ.
Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ - улар йортҡа үтә яҡын урында, йырындарҙа уйнамаһын.
Тротуарҙан китеп барғанда баш осонда шикле тауыш ишетһәгеҙ, туҡтап, башығыҙҙы ҡалҡытып ҡарап тормағыҙ, алға йәки артҡа ҡасырға маташмағыҙ - тиҙерәк стенаға һылашығыҙ, башығыҙҙы ҡапларға тырышығыҙ.
Машинағыҙҙы ла биналарға яҡын ҡуймағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.