+8 °С
Ясна
Тәүлек эсендә ете автомобиль аварияһында ете кеше яраланған, 1950-нән ашыу кеше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған, шул иҫәптән 37 иҫерек водитель.
Кисен Бөрйән районы Байназар ауылында билдәһеҙ водитель 56 йәшлек йәйәүлене төрттөрөп ҡасҡан ("Лада Ларгус" автомобиле булыуы ихтимал). Йәйәүле дауаханаға оҙатылған.
Фото: БР ЮХХДИ.