Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 14:52

Юлаевсы Родион Әмировҡа ҡурҡыныс диагноз ҡуйғандар...

20 йәшлек яҡташыбыҙҙа баш мейеһе шеше табылған.

Юлаевсы Родион Әмировҡа ҡот осҡос диагноз ҡуйғандар...
Юлаевсы Родион Әмировҡа ҡот осҡос диагноз ҡуйғандар...

Спортсы әле Германияла дауалана һәм боҙға миҙгел аҙағына тиклем сыға алмай. Был хаҡта Американан, хоккейсы уйнаған «Торонто Мэйпл Лифс» клубынан хәбәр иткәндәр.

Родион Әмировта яман сир медицина тикшеренеүе ваҡытында табылған. «Торонто Мэйпл Лифс» хоккейсыға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, беҙ уны яҡшы тәрбиә менән тәьмин итәсәкбеҙ», - тип белдергән клубтың генераль менеджеры.

Мәғлүм булыуынса, Родион Әмиров тыумышы менән Ишембай районынан. «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2017-2021 йылдарҙа «Толпар», «Торос», «Салауат Юлаев» командалары өсөн уйнай. 19 йәшендә НХЛ-ға саҡырыу ала.

Тиҙерәк һауыҡ, Родион!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: