Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 14:48

Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте

“Фажиғәле ваҡиғаларға ҡабаттан әйләнеп ҡайтам...” – тип башланы һүҙен ил башлығы.

Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Бик етди һөйләне Владимир Владимирович. Эйе, тема – Донбастағы хәл-әхүәлдәр, шул торошҡа килтергән сәбәптәр.

Ҡыҫҡаһы шул: НАТО көнсығышҡа күсә бара һәм был беҙҙең хәүефһеҙлеккә янай. 30 йыл буйына беҙ сабыр иттек, һөйләшеп килешергә тырыштыҡ. Тик ҡаршыбыҙға алдаҡ һәм шантаж менән сыҡтылар. Альянс беҙҙең сиккә ныҡ яҡын килде. Элекке килешеүҙәр эшләмәй. НАТО ҡайҙа бәреп инә, шунда хаос ҡалдыра – Ираҡ, Ливия, Сүриә... Беҙҙең менән аңлашырға теләмәйҙәр. Ә беҙ Рәсәйебеҙҙе һаҡларға тейеш...

“Беҙгә бөгөнгө ҡарарҙар ҡабул итмәҫ өсөн башҡа мөмкинлек ҡалдырманылар. Хәл-торош кисекмәҫтән етди аҙым яһауҙы талап итә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары Рәсәйҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шуға бәйле, БМО-ның (ООН) 7-се Уставы, 51 статьяһына һәм 22 февралдә ДНР һәм ЛНР менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, мин махсус хәрби операция башларға ҡарар иттем”, – тине Президент.

Владимир Путин белдереүенсә, уның маҡсаты – һигеҙ йыл дауамында Киев режимы тарафынан йәберләүҙәргә дусар булған халыҡты яҡлау. Әлбиттә, Украина территорияһын оккупациялау беҙҙең планға инмәй.

Рәсәй Президенты Украина халҡына ла, хәрбиҙәренә лә өндәште һәм һуңғыларына былай тине: “Тағы бер тапҡыр баҫым яһайым: ихтимал булған ҡан ҡойош өсөн яуаплылыҡ тулыһынса Украина территорияһында хакимлыҡ иткән режим намыҫында”.

Һәм, Рәсәй Президенты белдереүенсә, ситтән ҡыҫылыусылар булырға тейеш түгел. Уларға шулай тине: “Кем ҡамасауларға, унан да бигерәк илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн хәүеф тыуҙырырға тырыша, Рәсәйҙең кисекмәҫтән яуап бирәсәген һәм һеҙ үҙ тарихығыҙҙа әле бер ҡасан да осрамаған эҙемтәләргә килтерәсәген белергә тейеш. Беҙ ваҡиғаларҙың теләһә ниндәй үҫешенә әҙер. Ошоға бәйле бөтә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде. Мине ишетерҙәр тип өмөтләнәм”.

Фото: Кремлин.ру

Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в