Социаль селтәрҙәрҙә тағы нимә тураһында яҙалар?
Һуңғы биш көндә Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған халыҡҡа бәйле хәбәрҙәр теркәне. Иң мөһиме - ярҙам ҡулы һуҙыусылар бихисап.
Был аңлашыла ла. Беҙҙе ул төбәктәр менән уртаҡ тарих бәйләй: Бөйөк Ватан һығышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап шул ерҙәрҙә фашистарға ҡаршы һуғышҡан, күп яугирҙәре ошо ерҙә һуңғы төйәген тапҡан.
Беҙ ЛНР һәм ДНР-ҙа йәшәүсе халыҡҡа батыр яҡташтарыбыҙ хаҡында хәтер һаҡлап, уларҙың ҡәберҙәрен ҡарап-тәрбиәләп торғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.
Эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итергә теләүселәр өсөн бәйләнеш:
- Ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәк 8 (347) 218-19-19
- “Ғаилә” социаль үҙәктәре (адрестары https://clck.ru/c5oNN)
- “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге: Өфө ҡалаһы, 17, телефоны 8-800-201-89-03 (эш ваҡыты: 9.00 - 21.00, ялдарҙа: 9.00 - 18.00). Сайты https://clck.ru/c5oN