Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 15:12

Теләгән һәр кем ирекмән була ала

Башҡортостанда 700-ҙән ашыу ирекмән мәжбүри күсенеүселәгә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. 

Теләгән һәр кем ирекмән була ала
Теләгән һәр кем ирекмән була ала

Улар иҫәбендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге ирекмәндәре лә бар. Был үҙәк 2020 йылдың мартында барлыҡҡа килгән һәм республикабыҙҙың  25 ҙур ирекмәндәр ойошмаһын берләштерә. Әйтеп үтергә кәрәк, көн һайын 200-гә яҡын әүҙем кеше Йәмәғәт ярҙамы штабы эшендә һәм гуманитар ярҙам йыйыу пункттарында ярҙам итә.

– Туғандар, дуҫтарҙы, тыуған йортто ҡалдырып китеү нисек ҡыйын икәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Беҙҙең ирекмәндәр Луганцк һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан килеүсе граждандарға ярҙам күрһәтергә әҙер, – ти «Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе Тимур Ишҡарин.

Ирекмән булырға теләгән һәр кем Берҙәм колл-үҙәккә ошо телефон һаны буйынса 8 (347) 218-19-19 шылтырата ала. Шылтыратыу иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: