Әйткәндәй, орден батырлыҡ күрһәтеүсе һәм кеше ғүмерен ҡотҡарыусыларға 2020 йылда тапшырыла башланы.
Шулай итеп, быйылғы бүләкләнеүселәр:
Валентин СОЛОДОВНИК, Өфө ҡалаһының хәрби комендатураһында хәрби комендант – Сүриәлә халыҡҡа хәүефле урындан сығыуға ярҙам иткән, боевиктарҙан “шәһит ҡайышы”н тартып алыуҙа ҡатнашҡан, улар менән ҡорал тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барған.
Ринат ҒИМАЛОВ, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хәрби комиссары – 2003 йылда Көньяҡ Осетияла уның етәкселегендәге көстәр хөкүмәт элемтә узелын һәм ҡала АТС-ын обороналап, боевиктар ҡулына төшөрмәгән, Цхинвалдың бер сауҙа үҙәгендә ҡулдан яһалған шартлатҡысты шәхсән үҙе зарарһыҙландырып, террор актына юл ҡуймаған.
Гүзәлиә ВӘЛИЕВА, Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһындағы дауалау-профилактика бүлексәһе мөдире, теш табибы – былтыр көҙ Анталия – Мәскәү авиарейсында осош ваҡытында ҡапыл ауырып киткән бәләкәй (1,8 йәшлек) балаға дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеп, ғүмерен ҡотҡарған.
Тимур КӘЛИМУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ ҡалаһы буйынса бүлеге тәфтишсеһе – Баймаҡта сыҡҡан янғында өс баланы ҡотҡарған.
Владимир МАКСИМОВ, РФ Милли гвардияһының Волга буйы федеораль округындағы М. М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле 29-сы айырым отрядтың элемтә төркөмө буйынса баш белгесе – Төньяҡ Кавказда хәрби задание үтәгәндә, боевиктар менән бәрелештә яраланһа ла, дозорҙы ташламаған, хеҙмәттәштәрен һаҡлаған; былтыр Өфөлә Бөтә донъя Фольклориадаһы ваҡытында йәмәғәт тәртибе һаҡлауҙа эшләгән хәрби нарядтар араһында өҙлөкһөҙ элемтәне тәьмин иткән.
Илнур МӘСӘЛИМОВ, Республика клиник перинаталь үҙәгенең 2-се анестезиология-реанимация бүлеге мөдире – Авдон – Йоматау тарассаһында китеп барғанда, автоаварияны күреп ҡалған һәм табип-анестизиолог булараҡ, кисекмәҫтән ярҙамға ташланған, ваҡытлы дөрөҫ медицина ярҙамы арҡаһында кеше тере ҡалған.
Айҙар ХӘТМУЛЛИН, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен контролләү идаралығында “Гром” 2-се махсус тәғәйенләнештәге хәрби отрядтың өлкән опеуполномоченныйы – былтыр енәйәтселәр төркөмө полицияға ҡораллы һөжүм иткән, әммә Хәтмуллин етәкселегендәге хәрбиҙәрҙең тепловизион һәм төндә күреү приборҙарын дөрөҫ ҡулланыуы сәбәпле, енәйәтселәрҙе урманда табыу һәм тотоу мөмкин булған.
Фото: БР башлығы сайтынан.