Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 16:25

Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығы менән Үзбәкстан илсеһе яуаплы вазифаларына бер үк көндө тәғәйенләнгән. 

Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашты

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә былай тип яҙған:

"Башҡортостанда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуым һәм Ботиржон Асадовтың Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе булып эш башлауы бер көнгә тура килде: 2018 йылдың 11 октябре. Был беҙҙең тәүге осрашыуыбыҙ түгел. Хеҙмәттәшлегебеҙҙе көсәйтеү, Үзбәкстанда бизнесыбыҙ өсөн юл һалыу һәм, киреһенсә, Башҡортостанда үзбәк бизнесын уңайлы үҫтереү өсөн күп көс һала башланыҡ. Беҙҙең өсөн Үзбәкстан - Беларусь һәм Ҡаҙағстан менән бер рәттән, иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә тағы бер ышаныслы партнер. Тауар әйләнеше кимәле буйынса Үзбәкстан беҙҙең өсөн Рәсәйҙә  - өсөнсө, донъяла республикабыҙҙың сауҙа партнерҙары булған 128 ил араһында ун беренсе урында тора. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 113 миллион доллар тәшкил иткән. Был 2017 һәм 2018 йылдарҙағы тауар әйләнешенән ике тапҡырға тиерлек күберәк һәм 2019 йылғы күрһәткестәрҙән 14 процентҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта әйләнештең ҙур өлөшө (86 процент) беҙҙең экспортҡа тура килә. Хеҙмәттәшлекте һәм бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ".

Фото: vk.com (Р. Хәбиров сәхифәһенән)

  

Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: