Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 15:10

Радик Юлъяҡшин тураһында күп нәмә билдәле булды

Яңыраҡ йырсы социаль селтәрҙәге дуҫтарының иң ҡыҙыҡлы һорауҙарына ҡыҫҡаса яуаптар ҡайтарҙы.

Радик Юлъяҡшин тураһында күп нәмә билдәле булды
Радик Юлъяҡшин тураһында күп нәмә билдәле булды

Билдәле булыуынса, йырсы Oceana, Master KG, Lost Frequencies, Hi-Fi и Jay Sean сығыштарын даими тыңлай һәм уларҙың ижадын оҡшата икән.
Ә Радикты яратмай һөйләүселәргә, йүнһеҙ комментарийҙар ҡалдырыусыларға (хейтерҙарға) ҡарата Радик фәлсәфәүи ҡарашта булыуын белдерҙе. Ул уларҙы, популярлыҡ яулауҙа ярҙам итеүселәр, тип билдәләне.  

Йырсы Таиландта ял итергә ярата икән. Кешеләрҙә игелекте, эскерһеҙлекте һәм маҡсатҡа ынтылыш кеүек сифаттарҙы юғары баһалай. Радиктан социаль селтәрҙәге дуҫтары ҡасан балалары тыуасағы хаҡында ла һораны. Тик ул был һорауға яуап бирергә ашыҡманы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: