Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 09:35

Көн торошо

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы ике көндә республикала һауа торошоноң насар булыуы көтөлә. 24 һәм 25 февралдә епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары булыуы фараз ителә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн ҡар яуа, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы һәм көрт һалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ елдең көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -  2-3 градус тәшкил итәсәк.

25 февралдә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа ла боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 4-9, көндөҙ 1-4 градус һалҡын буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: