+16 °С
Болотло
Өфөлә йәшәүсе 28 йәшлек ир уҙған йылдың аҙағында уҡ Ҡытай интернет-магазинынан “аҡыллы” сәғәттәргә заказ биргән. Маркаһы бик билдәле булыуға ҡарамаҫтан, модель үҙенсәлекле һәм хаҡы ла ылыҡтырғыс булған. Ул сәғәттәрҙе көтә башлаған. Февраль уртаһында уға почта бүлексәһенә посылканың килтерелеүе тураһында белдереү ҡағыҙы килә.
Ир посылканы өйөндә асып ҡарай . Тик ныҡ ғәжәпләнә... Посылкала ысынлап та сәғәт була, әммә “аҡыллы” ла, билдәле етештереүсенеке лә түгел.
Фото: Т. Аманов