-6 °С
Болотло
— Компания Белоретта төҙөлөш ҡорамалдарын етештереү буйынса инвестицион проектты тормошҡа ашырырға планлаштыра, проекттың хаҡы - яҡынса 9 млн һум, — тип белдерҙе БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2022-2026 йылдар. Предприятиела 31 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.