-5 °С
Ҡар
Бишбүләк ауылында йорттоң ҡыйығы өлөшләтә емерелеп төшкән.
Ғәҙәттән тыш хәл 23 февралдә Үҙәк урамда булған, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Һөҙөмтәлә өс йөҙ квадрат метр ҡыйыҡ майҙанына зыян килгән, 16 фатирлы йорттоң түбәһе емерелмәгән.
Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Был хәлде РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролгә алған.
Фото: Т. Аманов