Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 11:50

Башҡортостанда айырылышыуҙар һаны ҡапыл артҡан

Бының сәбәбе нимәлә?

Башҡортостанда айырылышыуҙар һаны ҡапыл артҡан
Башҡортостанда айырылышыуҙар һаны ҡапыл артҡан

Башҡортостанда былтыр 16,7 мең айырылышыу теркәлгән. Был элекке йылға ҡарағанда 14,6 процентҡа күберәк. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда айырылышыуҙар һаны 1 000 кешегә 4,2 тәшкил иткән. Айырылышыуҙар йышыраҡ июлдә һәм августа булған (1 000 кешегә – 1,7). Айырылышыу тураһындағы таныҡлыҡтар ғинуарҙа, февралдә һәм мартта әҙерәк бирелгән. Айырылышыуҙар һанының иң ныҡ кәмеүе 2020 йылдың апрелендә теркәлде. Баҫма яҙыуынса, был коронавирус пандемияһы арҡаһындағы локдаун индереүгә бәйле булды. Сөнки ЗАГС бүлектәренә барырға ярамай ине. Былтыр айырылышыуҙарҙың иң күбе декабргә тура килгән (1 000 кешегә 1,6).

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: