Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 16:01

Башҡортостанда һанлы үҫеш майҙансыҡтары арта

Өфөлә һанлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн IТ-майҙансыҡ асылды.

Башҡортостанда һанлы үҫеш майҙансыҡтары арта
Башҡортостанда һанлы үҫеш майҙансыҡтары арта

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, был — һанлы технологиялар өлкәһендәге эшҡыуарҙар өсөн шәп мөмкинлек.

Майҙансыҡты асыу тантанаһында республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, министр урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев, Һанлы технологияларҙы үҫтереү ассоциацияһы рәйесе Кирилл Полетаев ҡатнашты.

— Площадка дает интересные возможности для позиционирования республики с точки зрения цифровизации. Еще одной ключевой особенностью открытия демо-зала является развитие информационных технологий, а также демонстрация решений Башкортостана. Здесь с цифровыми продуктами можно будет познакомиться вживую, – ти республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

IТ-майҙансыҡ асыу идеяһын Һанлы технологияларҙы үҫтереү ассоциацияһы тәҡдим иткән. Майҙансыҡта һөйләшеүҙәр, демонстрация, лекция уҡыу зоналары бар.

— Компаниям ИТ-Ассоциации часто приходится участвовать в различных выставках в Уфе, в Москве и других регионах. Пришли к выводу, о том, что заказчикам намного удобнее приехать к нам в офис, «потрогать руками» оборудование, понять его особенности, задать вопросы специалистам и представителям производителя. Такое взаимодействие, мы уверены, будет способствовать развитию бизнеса и популяризации республиканских продуктов и разработок, — тип белдерә Кирилл полетаев.

Бөгөн майҙансыҡта һанлы хәүефһеҙлек системаһы мәсьәләләрен хәл итеү юлдары тәҡдим ителә. Тәжрибә мәктәптәрҙе, вуздарҙы һәм башҡа социаль объекттарҙы һаҡлауҙа ҡулланыласаҡ. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: