Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 11:13

Бөгөн – лотереяның тыуған көнө

Европала башлана уның тарихы. Тәүге "лохотрон" да шунда булған, имеш.

Бөгөн – лотереяның тыуған көнө
Бөгөн – лотереяның тыуған көнө

1466 йылдың ошо көнөндә беренсе бүләк уйнатыла. Уны Бельгияның Брюгге ҡалаһында Нидерланд рәссамы Ян ван Эйктың тол ҡатыны ойошторған. Лотерея ирен юғалтыуҙың 25 йыллығына арналған. Саралағы килемдең төп өлөшө ҡала ярлылары өсөн хәйриәлеккә һалынған, ә бер аҙ ғына сумманы ойоштороусы үҙенә тотонған.

“Лотерея” – “hlot” – “йәрәбә” тигән франк һүҙенән алынған да, һуңғараҡ инглизсә “lot” – “өлөш” тигәндән барлыҡҡа килгән.

1520 – 1532 йылдарҙа Франция короле Франциск I лотереяны ил бюджетын тулыландырыу ысулдарының береһе булараҡ файҙаланған.

Ә тарихта Людовик XIV уңышһыҙ уйыны иҫкә алына, уны йыш ҡына беренсе «лохотрон» тип атайҙар. Лотерея барышында король үҙенә – төп бүләкте һәм ғаилә ағзаларына тағы ике бүләкте оттора. Был ҡатнашыусылар араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Һөҙөмтәләрҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танып, яңы тур тәғәйенләйҙәр.

СССР тарихында ла быға оҡшаш хәл бар: 1990 йылда лотереяла отоусыларға бер нәмә лә эләкмәй, сөнки уларҙы түләмәйҙәр.

Әйткәндәй, 1914 йылда яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн лотерея ярҙамында аҡса йыйғандар.

Лотерея ысынында шундай нәмә - бик әҙ генә кеше ота, күбеһе аҡсаһын елгә осора.

Бөгөн – лотереяның тыуған көнө
Бөгөн – лотереяның тыуған көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: