Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2022, 21:00

Аҡыл эйәһе нимә тип яуап биргән? Кем нисек уйлай?

Бер ҡалаға аҡыл эйәһе килгән. Ул кәңәш һорап килгәндәрҙең барыһына ла ярҙам иткән. Был ҡалалағы бер егет тә уның һәләтен тикшереп ҡарарға булған. Үҙе бик хәйләкәр, ти. Тере күбәләкте тотоп алып килеп, ус араһына ҡыҫҡан да аҡыл эйәһенә һорау биргән. «Әгәр ҙә һин, ысынлап та, бик аҡыллы, кешеләргә ярҙам итәһең икән, әйт әле: минең усымдағы күбәләк үлеме әллә тереме?» – тигән.

Аҡыл эйәһе нимә тип яуап биргән? Кем нисек уйлай?
Аҡыл эйәһе нимә тип яуап биргән? Кем нисек уйлай?

Әгәр ҙә  тере тип яуап бирһә, егет күбәләкте осороп ебәрәсәк. Киреһенсә, үле тиһә, ул ҡулы менән шунда уҡ иҙәсәк, тип уйлаған. Һөҙөмтәлә аҡыл эйәһе нимә тип яуап биргән? Кем нисек уйлай? Яуабын комментарий итеп яҙығыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: