Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 19:21

Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәтенең хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының Рәхмәт мәктәбендә шартлы янғынды һүндереү буйынса янғын һүндереү-тактик күнекмәләрендә ҡатнашты. 

Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте
Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте

Мәктәп коллективын эвакуациялау буйынса практик күнекмәлә Абҙаҡ, Күсем Руднигы, Миндәк янғын һүндереү частәре ҡатнашҡан. 

Әйткәндәй, уҡыусы балалар күнекмә ваҡытында шартлы сигнал яңғырау менән өс минут эсендә мәктәптән дәррәү генә сығып, хәүефһеҙ урынға теҙелеп торған.

Янғын һүндереүселәрҙең мәктәп етәкселеге менән бергә үҙ-ара берҙәм эш итеүе, юғары әҙерлеге һөҙөмтәһендә шартлы янғын тиҙ арала һүндерелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте
Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте
Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләре үтте
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: