Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 21:30

Водителдәр иғтибарына

Республикала һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә. Епшек ҡар яуыуы, елдең көсәйеүе, айырым райондарҙа буран сығыуы водителдәр өсөн хәүеф тыуҙыра. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Юлда һаҡ булығыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, машиналар араһында интервалды һаҡлағыҙ, мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөгөҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, көндөң яҡшырыуын көтөгөҙ. Автоинспекторҙар юлда ярҙамға килергә әҙер. Тел.: 8 (347) 235-84-02, 233-27-31, 237-84-80, 237-02-02. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: