“Беренсенән, быйыл халыҡҡа “Ҡашҡаҙан” паркы асыла. Ундағы һыуҙы таҙарттыҡ, тимәк, һыу инергә мөмкин буласаҡ. Бының өсөн күл төбөн тәрәнәйтергә, таҙартыу ҡоролмалары ҡуйырға тура килде. Беҙ был проектҡа аҡсаны ла, күңелде лә, энергияны ла күп һалдыҡ. Ҡабатлап әйтәм: “Ҡашҡаҙан” Рәсәйҙең иң матур паркы булһын өсөн тырышабыҙ. Һәм уны Өфө көнөндә асасаҡбыҙ”, – тип яҙған Радий Фәрит улы.
БР Башлығы Дим районының Үҙәк паркын төҙөкләндереү барышы тураһында ла хәбәр итә. Унда эштәр башлаған һәм димдәр йәйгә йә көҙгә парк сәнғәтенең заманса талаптарына яуап биргән төҙөк паркка киләсәк. Был – икенсе ҙур проект.
“Өсөнсөнән, Иҫләйһегеҙҙер, мин ҡайһы парктарҙа эште иң тәүҙә башларға кәрәклеге буйынса тауыш биреү иғлан иткәйнем. Нефтеххимиктар паркында тәртип урынлаштырыуға бик күп кеше тауыш бирҙе. Уға быйыл уҡ тотонасаҡбыҙ. Паркты ике сиратта ремонтлаясаҡбыҙ: тәүгеһе – парк үҙе, йәшелләндереү. Был эште йыл аҙағынаса тамамларға иҫәп тотабыҙ. Икенсе сираты киләһе йылға күҙалланған – “Нефтехимиктар” мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанды һәм 8-се дауахана янындағы скверҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ”, – бына шундай эштәр тураһында белдерә БР Башлығы.
Фото: vk.com (Р. Хәбиров сәхифәһе).