23 февралдә көндөҙ республиканың көньяғында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 3-2 градус һалҡын буласаҡ.
24 февралдә төндә республикала епшек ҡар яуа, көньяҡта бер аҙ ҡар, көндөҙ - бер аҙ епшек ҡар. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ -2, 3 градус була.
Фото: Т. Аманов