Данлыҡлы милләттәшебеҙ Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл 9 июлдә тула.
Юбилей саралары байтаҡ ҡына күҙаллана. БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов белдереүенсә, төп тантана батырҙың тыуған яғында – Илеш районында 8 июлдә үтә, 9-ында – Өфөлә. Уға тиклем Муса Гәрәевҡа арналған мемориалдарҙы, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндерәсәктәр. Шул иҫәптә Дан бульварын, Муса Гәрәев скверын ремонтлау ҡаралған. Әйткәндәй, планда – бульварҙа Гәрәевҡа ҙур һәйкәл ҡуйыу, әле унда бәләкәй һын. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был бик актуаль.
Геройҙың “Штурмовиктар һөжүмгә бара” тигән китабын ҡабаттан сығарырға ла уйлайҙар.
Бынан тыш, 9 июлдә Первушино аэродромында республика байрамы үткәрергә йыйыналар.
Фото: БР Башлығы сайтынан.