Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 15:26

Өфөләр ял көнөндә лә гуманитар ярҙам күрһәтә

– Байрам көнөндә лә беҙҙең штабҡа байтаҡ кеше килә. Өфөләр иртәнән алып аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, шәхси гигиена әйберҙәре һәм кәнсә тауарҙары килтерә. Балаларға уйынсыҡ, кейем-һалым һәм башҡа  бик күп әйбер ҡабул иттек, – тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге кураторы Рәил Әҙиәтуллин.

Өфөләр ял көнөндә лә гуманитар ярҙам күрһәтә
Өфөләр ял көнөндә лә гуманитар ярҙам күрһәтә

Өфө ҡыҙы Зимфира Дәүләтова ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн яңы кейемдәр килтергән. Ул ни өсөн гуманитар ярҙам күрһәтергә теләүе хаҡында һөйләне.

– Мин әле торлаҡһыҙ, тыуған еренән алыҫта ҡалған ватандаштарыбыҙ өсөн бик ҡайғырам. Әлеге ваҡытта Донбаста һәм Луганскиҙа булғандар өсөн дә. Унда бит балалар ҙа, ҡарттар ҙа, бөтәһе лә беҙҙекеләр. Хоҙай уларға иҫән ҡалырға һәм яҡындары менән осрашырға насип итһен, – тип ул.

Хаҡлы ялдағы Лена Оленичева туғандарынан гуманитар ярҙам йыйыу пункты хаҡында ишеткәс, оҙайлы һаҡлау аҙыҡ-түлеге һәм канцелярия тауарҙары алып килергә булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, гуманитар ярҙам түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа, 17.

Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы 63 бүлексәһендә лә.

Ҡабул итеү режимы:

Дүшәмбенән йомаға тиклем –  09.00 - 21.00 сәғәт.

Шәмбенән  йәкшәмбегә тиклем   – 09.00 - 18.00 сәғәт.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге: 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: