Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 09:34

Етештереү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡарған

Башҡортостанда "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы предприятиеларҙа етештереү процесы ваҡыты уртаса 31 процентҡа кәмегән. Тимәк, эш барышы йылдамлана, тигән һүҙ.

Етештереү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡарған
Етештереү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡарған
Әле республиканың 127 предприятиеһы ошо проектта ҡатнаша. Был күрһәткес планға ҡарата юғарыраҡ. Ҡатнашыусы етештереүселәр билдәләүенсә, һаҡсыллыҡ принциптары индерелә, предприятие үҫешенә аҡса экономиялана, тотҡарланған эш күләме кәмей.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.
 
Етештереү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡарған
Етештереү ваҡыты шаҡтай ҡыҫҡарған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: