Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 15:35

Был күргәҙмә ир-егеттәрҙең күңеленә хуш килде

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холы Ватанды һаҡлаусыларға ҙур байрам уҙғарҙы. Бында килеүселәр тематик күргәҙмә майҙансыҡтарында үҙҙәренең әрме тормошон иҫләне, яугир ата-бабаларының рухын һиҙҙе, үҙҙәрен ысын мәғәнәлә ил һаҡсыһы икәнен тойҙо.Һүрәттә: ошо юлдарҙың авторы Бөйөк Еңеү ҡоралы - снайпер Мосин винтовкаһы менән төшкән. Ул 1893 йылғы өс линиялы пехота вариантынан штыкһыҙ булыуы, затвор тотҡаһының икенселәй урынлашыуы һәм оптик прицеллы булыуы менән айырыла.   

Был күргәҙмә ир-егеттәрҙең күңеленә хуш килде
Был күргәҙмә ир-егеттәрҙең күңеленә хуш килде

Алдан әйтеүебеҙсә, "Торатау"ға инеүселәрҙе төрлө хәрби күргәҙмәләр ҡаршы алды. Улар "Төньяҡ Амурҙары", Рәсәй армияһының ХХ быуат башынан хәҙерге заманға тиклем, Өфө гарнизонының хәрби комендатураһы, 12-се айырым инженер-сапер бригадаһы темаһына ойошторолған ине.

Тарихыбыҙҙы оноторға ярамай. Реконструкторҙар "Төньяҡ Амурҙары" күргәҙмәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Өфө пехота полкының амуницияһы, ҡорал өлгөләрен күрһәтте. Рәсәй армияһының ХХ быуат башынан хәҙерге заманға тиклемге күргәҙмәһе иһә Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы, Афганстандағы һәм хәҙеге заман яу бәрелештәренә арналған булды.

Өфө гарнизонының хәрби комендатураһы хәрби полиция обмундированиеһы һәм ҡоралы өлгөләрен, контрактсылар ҡулланған кәрәк-яраҡты тәҡдим итте.   

Рәсәй Геройы М.М.Шайморатовтың йондоҙо күрһәтелгән майҙансыҡта 112-се Башҡорт кавдивизияһының байрағы, архив белешмәләре һәм фотоһүрәттәре күрһәтелде. Бында шулай уҡ почетлы ҡарауыл да ойошторолдо.

Өфө районының Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым ИСБ ғәскәрҙәрҙенең ҡорал-ҡулайламаларҙы күрһәтте. Улар араһында СВД снайпер винтовкаһы, АГС-17 автоматик гранатометы, пехотаға һәм БТТ-ҡа ғармы миналар бар ине.  

Майҙансыҡта шулай уҡ Рәсәй геройҙары портреттары, Ф.Н.Вәхитовтың "Утлы йылдар хаттары" китабынан фотокүренештәр ҡуйылған ине. БР Мәҙәниәт министрлығының тынлы оркестры хәрби марш һәм йыр көйҙәре уйнап,байрам кәйефе өҫтәне.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: