Бөгөн төнгө сәғәт өстәр тирәһендә Әбйәлил районының Рауил ауылындағы балалар йортонан 13 һәм 15 йәшлек малайҙар ҡаса.
Төн тип ҡарап тормай, ҡасҡалаҡтар күрше ауылға сәфәргә сыға. Малайҙар 5 саҡрымдан ашыу араны йәйәү үтеп, Иҙәш Ҡусҡары ауылындағы бесәнлектәрҙең береһенә инеп ултыра. Таңға бесән араһында ятҡан сабыйҙарҙы мал ҡарарға сыҡҡан бер ир табып ала һәм ашығыс ярҙам машинаһы саҡырта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең аяҡтары туңыуы асыҡлана, уларҙы тиҙ арала Асҡар үҙәк район дауаханаһына илтәләр. Әлеге ваҡытта барлыҡ медицина ярҙамы күрһәтелгән. Тикшереү башланған.
— Әлегә был хәл буйынса бер ни ҙә әйтә алмайбыҙ. Полиция хеҙмәткәрҙәре килде, тикшереү үткәрелә, — тип белдерә балалар йорто хеҙмәткәре.