Яңыраҡ Башҡортостандың билдәле йырсыһы Гөлназ Асаева башҡорт йырсыһы Линар Вәлиевтың «Иҫм әле, ел!» йырының кавер-версияһын яҙҙыра һәм уны үҙенең социаль селтәрҙәренә һала.
Бынан һуң Гөлназға композиция авторы вәкилдәре шылтыратып, уның авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуы хаҡында иҫкәртә, суд менән янай. Йырсы Инстаграмдағы сәхифәһенә яҙышыу скриншотын һала.
– Һин авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙаһың, беҙҙең юрист судҡа бирһә, яуаплылыҡты аңлайһыңдыр? Шуға күрә йыр урлауҙан туҡтағыҙ, был бик матур түгел! – тиелә Гөлназ Асаева баҫтырып сығарған хәбәрҙә.
«Урлау»ҙағы ғәйепләүгә яуап итеп, йырсы автор вәкилдәренә уның ошо йырға кавер-версия яһауы хаҡында хәбәр итте һәм, авторлыҡ хоҡуҡтарын сараларҙа сығыш яһаһам ғына боҙор инем, тип өҫтәне. Шулай уҡ Асаева уның йырҙарына берәйһе кавер эшләһә, шатланасағын белдерҙе.
Фото: Т. Аманов