Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 16:18

Байрам менән!

“Торатау” Конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Байрам менән!
Байрам менән!

Республика етәксеһе Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы хуплауын белдерҙе. Был Донбаста тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн дөрөҫ бер юл.

- Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм ил парламентының ҡарарын тулыһынса хуплай, – тине Радий Хәбиров. – Донбасс халҡы беҙҙең өсөн яҡын. Киләһе йылдың 23 февралендә беҙ Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың үлеүенә 80 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Донбасс өсөн тиңһеҙ алышта һәләк булған. Бөгөн ул ҡабаттан ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһөнә әүерелде.

Тантаналы йыйылышҡа хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хәрбиҙәр, буласаҡ һалдаттар, әүҙем йәмәғәтселәр саҡырылғайны.

Радий Хәбиров бер төркөм кешегә Шайморатов орденын тапшырҙы. Юғары наградаға ете кеше лайыҡ булды. Улар араһында хәрбиҙәр ҙә, балаларҙы ҡотҡарыусылар ҙа бар.

Республика етәксеһе шулай уҡ пандемия шарттарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең батырлығын, ҡатмарлы осорҙа ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе дипломаттарҙы, Олимпиадала ҡатнашыусы спортсыларҙы билдәләп үтте.

Арабыҙҙан киткән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Тантана һуңында матур концерт булды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

 

Байрам менән!
Байрам менән!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: