Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2022, 06:00

Бөгөнгө байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Хөрмәтле ир-егеттәр! Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөнгө байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Бөгөнгө байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!


23 февраль – еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө! Тап ошо көндә ир-егеттәр ҙур иғтибар, хәстәрлек үҙәгендә. Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы. Ә ғаилә - һеҙ һаҡларға тейеш тыуған илдең бәләкәй генә ярсығы.

Ир-егеттәр, һеҙ беҙҙең оло терәгебеҙ. Һеҙ беҙгә бөгөнгөһө, иртәгеһе өсөн тыныс һәм ышаныслы булырға ярҙам итәһегеҙ.
Беҙҙең һаҡсыларға бер ҡасан да ҡорал тотоп һуғышырға тура килмәһен. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ, ырыҫ һәм оло хөрмәт булһын.

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: