Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 13:29

ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?

Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары иң күп теркәгән өс тема - торлаҡ-коммуналь хужалығы (95 мәғлүмәт), һаулыҡ һаҡлау (61) һәм юлдар (59). Был хаҡта бөгөн үҙәктән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнештә һөйләнеләр.

ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?
ЦУР бөгөн нимә һөйләгән?



Һүҙ тағы нимә тураһында барҙы?

- Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә изгелеге бумерангы” исемле акция иғлан иткән. Ул Донецк, Луганск республикаларынан мәжбүри күсерелгәндәргә ярҙам итеү сараһы.
- Гуманитар ярҙамды республика буйынса Ғаилә үҙәктәре ҡабул итә. Адрестарын һылтанма аша mintrud.bashkortostan.ru/activity/15986/ йәки 8-800-347-5000 телефоны буйынса эш көндәрендә белеп була.
- Балалар өсөн әйберҙәр, кейем (иҫкеһе лә, яңыһы ла бара), коляска, сана, бала өсөн ултырғыс, йылы кейем, подгузниктар, гигиена тауарҙары ҡабул ителә.
 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: