Асыҡ кадастр картаһындағы "Төҙөлөш өсөн ер" сервисына индереүгә яңы участкалар билдәләнеү тураһында Росреестрҙың БР буйынса идаралығы хәбәр итә. Дөйөм алғанда, 68 участка торлаҡ төҙөүгә күҙалланған. Шуларҙың 7-әүһендә эш бара.
Ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу республикала төҙөлөш тармағына һәм торлаҡ баҙарындағы тотороҡлолоҡҡа булышлыҡ итә, тигән фекерҙә БР Хөкүмәтенең финанс һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре менән идара итеү департаментының бүлек мөдире Илдар Әминев.
Әйткәндәй, "Төҙөлөш өсөн ер" ("Земля для стройки") проекты РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустиндың ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла һәм ул "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының бер йүнәлеше.
Фото: Т. Аманов.