Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 17:25

«Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә хәленән килгәнсә гуманитар ярҙам күрһәтергә саҡырам»

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған граждандарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт булышлығы штабында  аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтар ҡабул итеү дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаты Ризван Ҡорбанов исеменән «Таҙа йөрәк» хәйриә фонды ирекмәндәре мәжбүри күсенеүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушылды. Улар 11 электр сәйнүге һәм аҙыҡ-түлек һатып алды.

«Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә хәленән килгәнсә гуманитар ярҙам күрһәтергә саҡырам»
«Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә хәленән килгәнсә гуманитар ярҙам күрһәтергә саҡырам»

– Хәҙер Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар барған, халыҡты тыуған еренән эвакуациялаған саҡта беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ. Уларға ярҙам кәрәк, аҙыҡ-түлек, һыу, кейем талап ителә. Эвакуацияланған граждандар араһында тәү сиратта – балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр. Беҙҙең уртаҡ бурыс - бында һәм хәҙер ҙә туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулын һуҙыу, көстәрҙе берләштереү. Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһен дә хәленән килгәнсә гуманитар ярҙамды күрһәтергә саҡырам, – тине Ризуан Ҡорбанов.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: