Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 09:51

Республика Башлығы стипендиаттарына дәртләндереү түләүҙәре арта

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы стипендиаттарына дәртләндереү түләүҙәрен арттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  

Республика Башлығы стипендиаттарына дәртләндереү түләүҙәре арта
Республика Башлығы стипендиаттарына дәртләндереү түләүҙәре арта

Шулай уҡ уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары аспиранттары, студенттары өсөн стипендиялар һаны 235-кә тиклем арттырылды. Документҡа ярашлы, ошо йылдың 1 майынан аспиранттарға айлыҡ стипендия – 8 050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына – 6 000 һум, урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 4 900 һум тәшкил итәсәк.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының беренсе ултырышында ошо хаҡта һөйләне.

– Ошо көндәрҙә урта махсус уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән республика Башлығы стипендияһын алыусылар һанын 107-нән 150-гә тиклем арттырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Айлыҡ түләүҙәр суммаһы ике тапҡырҙан ашыуға  – 2 300 һумдан 4 900 һумға тиклем арта. Бөгөн урта һөнәри белем биреү учреждениелары системаһы тәжрибәле, квалификациялы остаздарға һәм мастерҙарға мохтаж. Иң яҡшы уҡытыусыларыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ. Быйыл уҡытыусыларға, производствола уҡытыу мастерҙарына гранттар булдырыласаҡ. Йыл һайын уларҙан иң яҡшы 10 кешегә 600-әр мең һум тапшырыла, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.


 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: