Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 10:15

Мәжбүри күсенеүселәренә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан төбәккә килеүсе мәжбүри күсенеүселәргә һәр яҡлап бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.

Мәжбүри күсенеүселәренә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк
Мәжбүри күсенеүселәренә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк

– Өйҙәренән ҡасырға мәжбүр булған кешеләр хәҙер төрлө юридик мәсьәләләр менән осрашыуы мөмкин: ул ваҡытлыса һәм даими торлаҡ биреү тәртибе лә, кәрәкле документтар әҙерләү ҙә, социаль тәьминәт тә. Беҙҙең юристарыбыҙ Башҡортостанға килгән мәжбүри күсенеүселәргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә әҙер, – тип билдәләне ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина.

 Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе юристарына хоҡуҡи консультация алыу өсөн алдан яҙылырға кәрәк. Граждандарҙы ҡабул итеү графигына һылтанма: https://alrf-rb.ru/workschedule.

Бынан тыш, бүлексә базаһында уникаль майҙансыҡ – «Ябай хоҡуҡ» онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе эшләп килә, унда онлайн форматта эксперттарға юридик һорауҙар бирергә мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: