Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 15:39

Мәжбүри күсенеүселәр йәшәйәсәк ял базаларында ниндәй шарттар булдырылған?

Башҡортостан Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан мәжбүри күсенеүселәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә. Республикала ике меңдән ашыу кеше өсөн 25 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты һәм тағы ла 270 кеше өсөн 4 резерв пункт ойошторолған.

Мәжбүри күсенеүселәр йәшәйәсәк ял базаларында ниндәй шарттар булдырылған?
Мәжбүри күсенеүселәр йәшәйәсәк ял базаларында ниндәй шарттар булдырылған?

Өфөләге «Связист» балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры шундай урындарҙың береһе буласаҡ. Бындағы өс ҡатлы корпусҡа эвакуацияланған 250 кешене урынлаштырыу күҙаллана. Һәр бүлмәлә уңайлы шарттар булдырылған: һыуытҡыс, эсергә яраҡлы һыу, ял бүлмәһе, телевизор һәм башҡалар. Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында лагерь тулыһынса эшкәртелгән һәм дезинфекцияланған.

– Радий Хәбировтың указы сыҡҡандан һуң, шунда уҡ  мөмкин булғандарҙың барыһын да ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы белдерҙек. Беҙ бының өсөн тулыһынса асыҡ,  – ти «Связист» ял базаһы директоры Рауил Тимербулатов.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: