Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 09:56

Көрәш ярышында келәмгә ҡолап һәләк булған үҫмерҙең әсәһе ғәҙеллек даулай...

Ҡот осҡос хәл былтыр Баҡалыла теркәлгәйне.

Көрәш ярышында келәмгә ҡолап һәләк булған үҫмерҙең әсәһе ғәҙеллек даулай...
Көрәш ярышында келәмгә ҡолап һәләк булған үҫмерҙең әсәһе ғәҙеллек даулай...

Баҡалы районының Дияш ауылынан 13 йәшлек Ефим Москвин менән булған хәл күптәрҙең хәтерендәлер. Былтыр ғинуар айында малай милли көрәш буйынса мәктәп ярышында ҡатнаша. Алыш ваҡытында кескәй спортсы келәмгә уңышһыҙ ҡолап төшөп баш һәм арҡа мейеһен йәрәхәтләй, комаға китә. Һәм уянмай... Ике айға яҡын табиптар үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә, әммә һөҙөмтәгә ирешә алмай. 23 мартта Ефим Москвин аңына килмәйенсә вафат була...

Тәфтишселәр тәүге көндән үк тикшереү үткәрергә тотона. Әммә уҡыусының үлемендә ғәйепле булғандар табылмай. Оҙаҡламай, бәхетһеҙ осраҡ, тигән һылтау менән енәйәт эше ябып та ҡуйыла. Ефим Москвиндың әсәһе иһә бының менән килешмәй, әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итә.

– Улымдың йәрәхәт алған алышы видеоға төшөрөлгән. Кадрҙа асыҡ күренә: Ефим көрәштәшен күтәрә һәм уның менән бергә келәмгә ҡолай. Улым нисек йығыла, шул килеш ятып ҡала. Ә иптәше тороп китә. Барыһы ла уға ҡысҡыра: «Ефим, тор!» Әммә улым ҡыбырламай ҙа, шунда уҡ аңын юғалтҡан, күрәһең. Ни өсөн имгәнеү хәүефе ҙур булған спорт ярыштарында ашығыс ярҙам табиптары дежурҙа тормай? Ярыштың ҡағиҙәләргә ярашлы үткәрелеүенә лә һорау тыуа. Енәйәт эшен ябыу тураһындағы ҡарарҙа улымдың, йәнәһе лә, алымды башҡарғанда һауала йәрәхәтләнеүе яҙылған. Ул бит туҙып бөткән келәмгә ҡолап имгәнгән, – тип үртәләнә Снежана Москвина.

Ефимдың ғүмере өсөн тәүҙә район дауаханаһында көрәшәләр, әммә бында кәрәкле диагностика һәм медицина ҡорамалдары булмай сыға. Һуңыраҡ Республика балалар клиник дауаханаһына күсерәләр. Табиптар малайҙы ҡотҡарып булмауын алдан уҡ белдерә. Ефимдың йөрәге тибеүҙән туҡтағас, экспертиза баланың муйын умыртҡалары ҡаймығыуын күрһәтә, тап ошо арҡала арҡа мейеһе баш мейеһенән айырылып төшкән.

Әсәнең һүҙҙәренсә, йәш көрәшсене үлемгә дусар иткән сәбәптәр күп. Беренсенән, ярышҡа табиптар саҡырылмаған. Икенсенән, спортсылар страховкаланмаған. Өсөнсөнән, көрәш келәмдәре туҙып йоҡарып бөткән.

– Экспертиза келәмдең ГОСТ нормативтарына тура килмәүен күрһәтте, ул тишелеп бөткән. Табиптар ҙа улымдың ҡатыға ҡолап төшөүе арҡаһында йәрәхәтләнеүен әйтте.

Сабыйҙы ҡайтарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа Снежана аҙаҡҡаса барыһын да асыҡларға һәм ғәҙеллекте табырға ниәтләй. Бер юлы ул туҙған иҫке келәмдәрҙә шөғөлләнеүҙе дауам иткән йөҙләгән йәш көрәшсене лә ҡотҡармаҡсы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: